Май 22, 2023
Просмотров: 339
44- се сығарылыш класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны... 
Хөрмәтле сығарылыш класс уҡыусылары! Барығыҙҙы ла Һуңғы Ҡыңғырау көнө менән!
Мәктәптә алған белемдәрегеҙ һеҙгә киләсәктә киң ишектәр асһын, оло бейеклектәргә үрләргә, тормош юлынан ышаныслы атларға ярҙам итһен!

Имтихандарҙы – ЕГЭ һынауҙарын, юғары уҡыу йорттарына инеү конкурстарын уңышлы үтеүегеҙҙе теләйбеҙ!

Илебеҙҙең ҡурсаулы, аҡыллы балалары – һеҙ! Һәр берегеҙгә оло бәхет, ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешергә насип булһын.

Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, ҡояш кеүек балҡып йәшәгеҙ!Бирешмәгеҙ! Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
