Май 25, 2023 Просмотров: 1299
ҺАБАНТУЙ-2023
Кисә Әбделмәмбәт мәктәбендә һабантуй байрамы үтте.
Эштәргә йомғаҡ яһау һәм бергәләп ял итеү маҡсатында - балалар һабантуйы ойошторолдо. Үткәрелгән сара уҡыусылар ѳсѳн ысын мәғәнәһендәге оло байрам булды. Балалар һәр ҡайһыһы үҙенә оҡшаған уйын-ярыштарҙа ихлас ҡатнашып, рәхәтләнеп күңел асты. Ярыш ҡыҙыу барҙы. Һәр кем еңеүсегә тәғәйенләнгән бүләкте алыу ѳсѳн сәмләнде. Уйындарҙы уҡытыусылар күңелле итеп ойошторҙо. Һабантуйҙың уйындарын үткәреүҙә ярҙам күрһәткән ауылдаштарыбыҙға Яхин Айҙар Рауил улына һәм Ғәлина Сәкинә Ғәлиулла ҡыҙына оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Һабантуй байрамы еңеүселәрҙе билдәләү һәм бергәләшеп, күңелле итеп сәй эсеү менән тамамланды.