Открытие центра "Точка роста"

Сентябрь 1, 2023 Просмотров: 3564

Әбделмәмбәт мәктәбендә яңы үҙәк!
Бөгөн Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбендә «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» төбәк проекты сиктәрендә булдырылған "Үҫеш нөктәһе"н асыуға арналған тантана уҙҙы. "Үҫеш нөктәһе" үҙәге ауыл ерендә урынлашҡан мәктәптә белем биреү программаларын үҙләштергән уҡыусыларға белем биреү кимәлен күтәрә, дәрестән тыш өҫтәмә белем алыу мөмкинлеген булдыра.
Беҙҙең мәктәпкә "Физика", "Химия", "Биология" фәндәре буйынса лаборатор эштәр, робототехника өсөн ҡорамалдар һәм материалдар килде. "Үҫеш нөктәһе" үҙәгендә "Химия", "Биология", "Физика" кеүек фәндәрҙе төптән өйрәнеү генә түгел, ә балаларға робототехника, проектлау, цифрлы белем биреү буйынса ла эш алып барыласаҡ.
Сарала район хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Ғәлин Илфат Әсхәт улы, мәктәп директоры Үтәбаев Инсур Рәмил улы, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ҡатнашты.
Мәктәп директоры Инсур Рәмил улы, бөгөнгө заман шарттарына ярашлы үҙәктең тап Әбделмәмбәт мәктәбендә асылыуына, мәктәп уҡыусыларына заманса ҡорамалдары булған үҙәктә белем алырға мөмкинлек булдырылыуына ихлас күңелдән ҡыуанысын белдерҙе һәм уҡыусыларҙы тырышып белем алырға саҡырҙы. Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Ғәлин Илфат Әсхәт улы уҡыусыларҙың шатлыҡтарын бүлешеп, уларға тик уңыштар ғына теләне. «Үҫеш нөктәһе» һанлы һәм гуманитар йүнәлештәрендәге белем биреү үҙәге етәксеһе Сәйфетдинов Артур Зәйнетдин улы уҡыусыларҙы тантаналы ваҡиға айҡанлы ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе. Һәм артабан химия, биология уҡытыусыһы Наҙгөл Әүбәкер ҡыҙы, уҡыусылар менән берлектә робототехника, химия, биология, физика фәндәре буйынса килгән ҡорамалдар һәм макеттар менән оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр.
Барлыҡ уҡыусыларға был үҙәктә сифатлы белем алыуҙарын теләйбеҙ! Изге юл һеҙгә!