1 сентябрь
Сентябрь 1, 2023
Просмотров: 142
Белем көнө, бала саҡ хәтирәһе булып, һәр беребеҙҙең күңел түрендә һаҡлана торған көн ул. Ап-аҡ таҫма бәйләгән, ҡулдарына кескәй портфель тотҡан уҡыусылар тәүге тапҡыр белем йорто тупһаһына аяҡ баҫа, беренсе уҡытыусылары менән осраша, көмөш ҡыңғырау тауышын ишетә. Бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбе лә уҡыусыларҙың шат тауыштарынан яңғырап торҙо.
Быйыл ун беренсе класты 4 уҡыусы тамамлаһа, уларға алмашҡа 1-се класҡа 4 уҡыусыны ҡабул итеп алдыҡ. Сараға район Хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Ғәлин Илфат Әсхәт улы килде. Ул уҡыусыларға йылы теләктәрен еткерҙе. Беренсе класс уҡыусыларына бүләк тә тапшырып үтте. Яңыраҡ районыбыҙҙа үткәрелгән "Урал батыр" эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең Төбәк-ара конкурсын ойоштороуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Үтәбаева Айгөл Рафаэл ҡыҙына, Ғәликәев Шәфҡәт Юлай улына һәм дә ҡатнашҡан уҡыусы ҡыҙ һәм егеттәргә Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы Илфат Әсхәт улы.
Яңы уҡыу йылында балалар яңы белемдәр туплаһын, ҡыҙыҡһынып уҡыһын, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһен! Хәстәрлекле уҡытыусыларыбыҙға иһә яңы һөнәри уңыштар, илһам теләйбеҙ, яратҡан эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алып эшләргә насип булһын!