Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө
Сентябрь 5, 2023
Просмотров: 24
3 сентябрҙә Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә. Был көндө бөтә ил буйынса ошо темаға арналған саралар уҙғарыла. Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. «Терроризм һәм шәхси хәүефһеҙлек», «Урамда, мәктәптә сит әйберҙәргә юлыҡҡанда тәртип ҡағиҙәләре», «Бесланда фажиғә» темалары буйынса илһөйәрлек сәғәттәре уҙғарылды. Ошо аяныслы ваҡиғаларҙа һәләк булғандарҙың иҫкә алыу маҡсатында «Беҙ терроризмға ҡаршы, беҙ тыныслыҡ өсөн» лозунгылары менән һүрәттәр ҙә төшөрҙөләр уҡыусылар.
Уҙғарылған сара балаларға экстремаль хәлдәрҙә нисек хәүефкә ҡаршы торорға, нисек үҙеңде һәм яҡындарыңды яҡларға өйрәтте.Үҙебеҙ йәшәгән мөхиттә террористик акттар булмаһын тиһәк, һәр беребеҙгә уяу булыу зарур.