Милли кейем – милли сифат билдәһе генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә
Сентябрь 8, 2023
Просмотров: 91
Милли кейем – милли сифат билдәһе генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә. Халыҡтың йәшәү рәүеше, көнкүреше, рухи донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла борон кешегә бер ҡараш ташлап ҡына уның ниндәй милләттән икәнен асыҡлап булған. Милли кейем көнө уңайынан беҙ ауылыбыҙҙың "Үҙән" фольклор ансамблен класс сәғәттәренә саҡырҙыҡ. Инәйҙәребеҙ уҡыусыларҙа башҡорт милли кейемдәренә һәм биҙәүестәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тойғоһон уяттылар һәм милли кейем – милли сифат билдәһе генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә икәнлегенә төшөндөрҙөләр. Шуныһы ҡыуаныслы, бөгөнгө милли кейем көнөндә ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Ғарифуллина Сәлимә Мәжит ҡыҙы Бөрйәнебеҙҙең традицион милли кейемендә килеп, уҡыусыларға уның нисек һәм ниндәйерәк булыуы хаҡында һөйләне.
Булмышыбыҙҙың сағылышы булған оло хазинаны юғалтмайыҡ, ҡәҙерләп һаҡлайыҡ, киләһе быуындарға түкмәй-сәсмәй тапшырайыҡ!
Булмышыбыҙҙың сағылышы булған оло хазинаны юғалтмайыҡ, ҡәҙерләп һаҡлайыҡ, киләһе быуындарға түкмәй-сәсмәй тапшырайыҡ!