Сентябрь 19, 2023
Просмотров: 102
Уңышҡа, матур төҫтәргә, ваҡиғаларға бай көҙ аҙағына ла яҡынлашты. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары кисәге көн ошо миҙгелгә арналған йәрминкәлә әүҙем ҡатнашты. Ата-әсәләр, уҡытыусылар көсө менән ойошоролған көҙгө муллыҡ сараһы бик күңелле килеп сыҡты. Нимә генә юҡ ине бында! Булмаһа, моғайын, күгәрсен һөтө генә булмағандыр. Йәшелсә-емеш, ҡайнатмалар, бихисап ҡамыр аштары, оҫта ҡулдар эшләгән әйберҙәр - барыһы ла йәрминкәгә айырым матурлыҡ, йәм өҫтәне. Был саранан бигерәк тә балалар ҡәнәғәт ҡалды, сөнки әсәйҙәр сауҙалашҡан арала улар тәмлекәстәрҙән ауыҙ итеп тә, рәхәтләнеп уйнап та өлгөрҙө. Йәрминкә - кәрәкле сара, сөнки балалар хеҙмәттең, аҡсаның ҡәҙерен белергә, үҙҙәре аҡса эшләргә өйрәнә.