Тимурсылар командаһы

Сентябрь 20, 2023 Просмотров: 185
Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе Ишдәүләт ағай һәм Гүзәл апай Усмановтар етенсе класс уҡыусыларына рәхмәт һүҙе әйтеп шылтыратты.
- Етенсе класс уҡыусылары килеп, ,картуф алышырға ярҙам итештеләр, ғөмүмән, Әбделмәмбәт мәктәбенә рәхмәтебеҙ сикһеҙ, - тип ҡыуанысы менән бүлеште Гүзәл апай.Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ - шундай һәйбәт, ярҙамсыл, аҡыллы, тырыш балалар үҫә. Уҡытыусылары ла шәп бит!
Афарин, тимурсылар! Ололарға ярҙам итеү - оло сауап!