Туризм аҙналығы 1 класс.
Сентябрь 27, 2023
Просмотров: 11
Көҙҙөң матур көнөн файҙаланып ҡалырға тырышты беренселәр. Тәүге экскурсияны Ҡараташтың шишмәһенән башланылар. Тауҙың үҙенә менеү ҙә бәләкәстәр өсөн бер ни булманы. Юғарынан ауылды, үҙҙәренең өйҙәрен күреү улар өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Тау башындағы ҠЫПСАҠ яҙыуына барып етеп, көҙгө урманды күҙәтеү, күңелдәренә хуш килде. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, күҙгә күренгән ҡыйҙарҙы йыйып, тәбиғәткә файҙалы эш атҡарып ҡайттылар