Туризм аҙналығы 5-6 сы класс.
Сентябрь 28, 2023
Просмотров: 124
Алтын көҙҙөң ҡояшлы, матур көнөндә 5 һәм 6 класс уҡыусылары менән ауылыбыҙҙың ер-һыу атамалары менән таныштырыу маҡсатында һәм туризм аҙналығы сиктәрендә 28 сентябрь көнө, ауылдың иң бейек тауы - Аҡбейек һәм "Айыу өңө"тауҙарына сәйәхәт ҡылдыҡ. Уҡыусылар тауҙар тураһында мәғлүмәт алдылар, тирә-яҡ менән таныштылар. Хозур тәбиғәттә иҫтәлеккә фото,видеоға төшөп, төрлө уйындар уйнап, күңел асып ҡайттыҡ