"Башҡортостандың ата - әсәләре - сәләмәт туҡланыу өсөн"
Сентябрь 29, 2023
Просмотров: 135
Бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбе ашханаһында "Башҡортостандың ата - әсәләре - сәләмәт туҡланыу өсөн" акцияһы сиктәрендә асыҡ ишектәр көнө үткәрелде. Ата - әсәләр бешерелгән аҙыҡты ауыҙ итте, меню менән таныштылар, туҡланыуҙы ойоштороу менән ҡыҙыҡһындылар, шулай уҡ мәктәп администрацияһы, уҡыусылар, ашханасылар менән аралаштылар. Уҡыусылар, ата - әсәләр өсөн туҡланыу буйынса анкета ла ойошторолдо. Ата - әсәләр был сара һәм мәктәптә балаларҙың туҡланыуы менән ҡәнәғәт булдылар һәм рәхмәт әйттеләр.