Мәктәптә – туризм байрамы!!!

Сентябрь 29, 2023 Просмотров: 131
27 сентябрь – Бөтә донъя туризм көнө. Ул туризмды пропагандалау, туризмдың мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереүгә индергән өлөшөн сағылдырыу, халыҡтар араһында үҙ-ара аңлашып йәшәүҙе тәьмин итеү маҡсатында булдырылған.
Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла был көндән ситтә ҡалманы.
Быйылғы көҙ ҡояшлы көндәре менән беҙҙе бигерәк ҡыуандырҙы. Әйтерһең, белеп торған. Сөнки Әбделмәмбәт мәктәбендә «Туристик слёт – 2023» байрамы булды. «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» девизы менән үтте был сара. Уҡыусылар, уҡытыусылар – барыһы ла спорт кейемендә ауыл уртаһында урынлашҡан туғайға төштө.
Йыл һайын уҡыусылар өсөн туристик слёт ойоштороу матур йолаға әйләнде. Уға әҙерлек бер аҙна буйы бар­ҙы: һәр синыф 2 ҡыҙ һәм 4 егеттән торған команда төҙөнө. Быйыл иһә, башланғыс класс уҡыусылары ла үҙҙәрен ысын турист итеп һынап ҡаранылар.
Усаҡ яғыу, ҡаршылыҡтар һыҙаты, арҡанды бәйләү ысулдары, топографик билдәләр, тиҙ ярҙам күрһәтеү, йоҡлау тоғона ( спальный мешок) тиҙ арала инеп ятыу кеүек ярыштарҙа уҡыусылар үҙҙәренең белемдәрен, етеҙлектәрен күрһәттеләр.
Һәр команданың бирелгән эштәрҙе теүәл, дөрөҫ эшләүенә ҡарап, баһалама ағзалары балл ҡуйҙы. Уҡыусыларға бик оҡшаны слёт һәм яҡшы кәйеф менән таралыштылар.