Туризм аҙналығы 7-8 се класс.

Сентябрь 30, 2023 Просмотров: 134
Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя.
Үҙ ғүмерендә бәләкәй генә сәйәхәттәр ҡылырға хыялланмаған һәм сәйәхәт итергә яратмаған кеше һирәктер...
Беҙ ҙә, Әбделмәмбәт мәктәбенең 7,8 класс уҡыусылары класс етәкселәребеҙ Айгөл Рафаэль ҡыҙы һам Гәүһәр Сәлихйән ҡыҙы етәкселегендә ауыл янындағы өс ҡаяға сәйәхәт ҡылып ҡайттыҡ.
Көҙгө матурлыҡҡа һоҡланып,бәшмәк йыйып,уйнап -көлөп ,йырлап ,туйғансы аралашып,күңел астыҡ. Көҙгө тәбиғәттең иҫ киткес матурлығы барыбыҙзы ла әсир итте.Туйғансы фотоға төшөп, ҡыуанышып, йылы тәьҫораттар менән күңелдәрҙҽ байытып ҡайттыҡ!