Күмәкләгән - яу ҡайтарған!

Октябрь 3, 2023 Просмотров: 75

Бөгөн мәктәп хеҙмәткәрҙәре, өлкән класс егеттәре, ауылдан бер төркөм ағайҙар, үҙ теләге менән МХО-ға юлланған хеҙмәткәребеҙ Йәмилдең ғаиләһенә оло ярҙам күрһәтте. Тауҙай утын, әкиәттәге шикелле, күҙ асып йомғансы бысылып, ярылып, өйөлөп ҡуйҙы. Фронттағы еңеү өсөн тыл ныҡ булыуы мөһим. Өмәлә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт.