Республика көнөнә арналған класс сәғәттәре.

Октябрь 11, 2023 Просмотров: 313
Башҡортостан – баш илем,
Һиндә асылды телем.
Һинең йылы ҡосағыңда
Шатланып алам белем.
(Р.Ураҡсина)

Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 1-8 кластарында Республика көнөнә арналған класс сәғәттәре үтте. Уҡыусылар республикабыҙҙың символикаһы тураһында белемдәрен нығытты, ҙур ғорурлыҡ менән республиканың гимнын тыңланылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Рафаэл ҡыҙы «Яратҡан төйәгем — Башҡортостан » интерактив викторина үткәрҙе. Уҡыусылар тыуған ил тураһында алған белемдәрен тикшерҙеләр. Башҡортостаныбыҙҙың суверенлы дәүләт тип иғлан ителеүенең тарихы, Флагы, Гимны һәм Гербы хаҡында ла һөйләп үтте укытыусылар. Музыка дәрестәрендә "Башҡортостан тыуған ерем" исемле йырҙар өйрәнелде. Тыуған илгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү маҡсатында уҡыусылар рәсем дәрестәрендә һүрәттәр ҙә төшөрҙөләр. Бөтә сараларҙа мауыҡтырғыс булды. Уҡыусылар бик күп яңы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тупланылар.
Был үткәрелгән саралар тыуған еребеҙгә, илебеҙгә һәм телебеҙгә һөйөү тәрбиәләүгә, балаларҙың танып белеү эшмәкәрлеген үҫтерергә булышлыҡ итте.