Хеҙмәттә-хөрмәт йәки эше барҙың-ашы бар.

Октябрь 11, 2023 Просмотров: 219
11 октябрь Республика көнө айҡанлы мәктәптә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә маҡтау грамоталары һәм Профсоюз ойошмаһынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Тәжрибәле водитель Ҡасимов Йәмил Әхәт улы, мәктәп йылы булһын тип тырышыусы Мәсәғотов Ривал Нәҙир улы менән Ғәликәев Айҙар Мөҙәрис улы, таҙалыҡ һаҡсыһы Мәсәғотова Зифа Нәҙир ҡыҙы, төнгө няня Алтыншина Фирүзә Булат ҡыҙы оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләйҙәр, ауыл, район үҫешендә уларҙың да өлөшө бар.