"Мул итеп һалынған хеҙмәт, бирә уңыштың мулын". (Рәшит Ниғмәти)
Октябрь 19, 2023
Просмотров: 160
Мәктәп йыл да үҙ участкаһында баҡса үҫтереп, мул уңыш ала. Быйыл да балалар уҡытыусылар етәкселегендә дәррәү генә һәр төрлө йәшелсә сәсеп, йәй буйы сүп-сарын утап, һыу ҡойоп үҫтерҙеләр. "Уҡыусылар был эшкә яуаплы ҡарайҙар, һәр кем үҙ сиратында килеп намыҫлы эш башҡарҙы.
Йәшелсә баҡсаһындағы тәртип, таҙалыҡ, мул уңыш, сәскә түтәлдәренең оҫта зауыҡ менән урынлашыуы һәм яҙҙан алып көҙгәсә мәктәпте аллы-гөллө сәскәгә күмеп ултырыуы - барыһы ла уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың, техник хеҙмәткәрҙәрҙең һәм, әлбиттә, быйылғы баҡса етәксеһе Ғөбәйҙуллина Земфира Ғәлимйән ҡыҙының намыҫлы һәм тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе ул.
Был аҙнала уҡыусылар үҙҙәре үҫтергән файҙалы һәм шифалы хазинаны көр күңел менән йыйып алды. Ҡышҡа етерлек күпме витамин бит бында! Ә эшләп ашаған аш һәр ваҡыт тәмле була.