19 октябрь көнө "Гигиенала ҡунаҡта"

Октябрь 20, 2023 Просмотров: 291
Балаларҙа сәләмәт йәшәүгә ыңғай ҡараш тәрбиәләү, һаулыҡты һаҡлауҙың мөһимлеген төшөндөрөү, гигиена ҡағиҙәләрен үтәүҙең кәрәклеген аңлатыу маҡсатында Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 19 октябрь көнө "Гигиенала ҡунаҡта" исемле һаулыҡ сәғәте үткәрелде. Сарала 5-11 кластарҙың ҡыҙ һәм егеттәре ҡатнашты. Егеттәр өсөн мәктәбебеҙҙең физкультура уҡытыусыһы Боҫҡонов Зиннур Ғүмәр улы профилактик әңгәмә алып барһа. Ә ҡыҙҙар өсөн Гүзәл Фәтих ҡыҙы шәхси гигиена предметтары тураһында бик күп ҡағиҙәләр менән таныштырҙы. Микробтарҙың таралыу юлы буйынса ла бик күп мәғлүмәттәр үҙләштерҙеләр уҡыусылар. Һәм һәр саҡ таҙа йөрөргә кәрәк икәнен аңланылар. Ни генә тиһәк тә, һаулығыбыҙ, таҙалығыбыҙ үҙебеҙ өсөн. Һаулыҡ- ҙур байлыҡ!