Бөгөн ашнаҡсылар көнө.
Октябрь 20, 2023
Просмотров: 309
Мөләйем, уңған, алтын ҡуллы ашнаҡсыларыбыҙҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Хәҙерге көндә Әбделмәмбәт мәктәбе ашханаһында эшләп йөрөүсе Нурия Рәсүл ҡыҙын, Гөлнур Әбүзәр ҡыҙын һәм Нурсилә Сәғит ҡыҙын ошо байрам уңайы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Мөләйем, уңған, ипле, алтын ҡуллы был апайҙар байтаҡ йылдар инде балаларҙы тәмле ризыҡтары менән һыйлайҙар. Үҙ эштәренә яуаплы, талапсан, иғтибарлы булғандары өсөн дә уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа уларҙы ихтирам итә. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын һеҙгә, ашнаҡсылар. Һаулығығыҙ ныҡ, кәйефтәрегеҙ күтәренке, бәхетегеҙ ғүмерле, ғүмерегеҙ бәхетле булһын.
Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары әҙерләгән ҡотлауҙарҙы ҡабул итеп алығыҙ!
Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары әҙерләгән ҡотлауҙарҙы ҡабул итеп алығыҙ!