Информатика уҡытыусылары өсөн өйрәтеүсе семинар.
Октябрь 20, 2023
Просмотров: 293
Бөгөн 20 октябрь, Әбделмәмбәт мәктәбендә райондың информатика уҡытыусылары өсөн өйрәтеүсе семинар үтте. Белеүегеҙсә, беҙҙең мәктәптә "Кванториум" мобиль технопаркы асылды. Нәҡ ошонда өйрәтеүсе остаздарыбыҙ кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр ҙә инде. Дәрестәр бик ҡыҙыҡлы, фәһемле һәм йөкмәткеле булды.
Оҫталыҡ дәрестәренән һуң мәктәп директоры Инсур Рәмил улы информатика кабинеттары, робототехника, лазер менән гравировкалау лабораторияһына экскурсия үткәреп, эште нимәнән башлауҙары, ярыштарға нисек әҙерләнеүҙәре һәм “Тимербатыр” лагеры, был лагерҙың балаларға һәм уҡытыусыларға нимә биреүе тураһында һөйләне.
"Үҫеш Нөктәһе" етәксеһе Сәйфитдинов Артур Зәйнетдин улы конструкторҙар менән таныштырҙы, роботтарҙы йыйыу һәм программалау буйынса аңлатып үтте.
Шулай уҡ көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Осрашыу бик файҙалы һәм һөҙөмтәле булды.