“Ҡурай серҙәренә өйрәтеү – рухи мираҫты һаҡлау ул”.

Октябрь 25, 2023 Просмотров: 276
Кисә беҙҙең мәктәпкә ҡурайҙа уйнау серҙәре менән уртаҡлашыр өсөн һәм уҡыусыларға оҫталыҡ дәресе үткәрергә тип Бөрйән районының балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһы хеҙмәткәре, ҡурай түңәрәгенең етәксеһе Исҡужин Әлфир Вәзир улы килде. Ул уҡыусыларға тауыш сығарыу һәм ҡулдарҙы дөрөҫ ҡуйыу, ябай көйҙәрҙе өйрәтеү, тын алыу һәм телде үҫтереү өсөн күнегеүҙәр өйрәтте.
Уҡыусылар бар хәлдәренсә Әлфир Вәзир улының өйрәткәндәрен отоп алып ҡалырға тырыштылар.
Бөгөн йәш быуынды ҡурай уйнарға өйрәтеү – ҙур эш. Беренсе профессиональ ҡурай класына нигеҙ һалған мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәнов “Әгәр һин ҡурайҙа уйнай беләһең икән, башҡаларҙы ла өйрәт” тигән. Ысынлап та, ҡурай серҙәренә өйрәтеү – ул рухи мираҫты һаҡлау, был мираҫты йәш быуынға тапшырыу.