"Башҡортостанда мәктәп туризмы" программаһы сиктәрендә күрше Белорет һәм Әбйәлил райондарына сәйәхәт.
Октябрь 29, 2023
Просмотров: 224
Үткән аҙнала бер төркөм балалар, шулай уҡ беҙҙең Әбделмәмбәт мәктәбенең 10 уҡыусыһы Белорет ҡалаһына ике көнлөк турға барып ҡайттылар. Был турға МХО-ла ҡатнашыусыларҙың, бәлиғ булмағандар буйынса комиссияла торған, ауыр тормош хәлендәге һәм әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балалары ял итеп ҡайттылар. "Башҡортостанда мәктәп туризмы" программаһы сиктәрендә күрше Белорет һәм Әбйәлил райондарына сәйәхәт ҡылып, төрлө-төрлө музейҙарға экскурсияларға барып, оҫталыҡ дәрестәре ҡарап, тауҙарға, күлдәргә йөрөп үтте уҡыусыларҙың көндәре. Балалар өсөн бушлай ойошторолған был сәйәхәт уҡыусыларҙың аң-белем кимәлен үҫтереп, рухтарын байытып, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Уҡыусыларға матур, фәһемле сәйәхәт ойоштороусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Уҡыусыларға матур, фәһемле сәйәхәт ойоштороусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!