"Мостай уҡыуҙары" төбәк-ара әҙәби-ижади конкурс
Ноябрь 2, 2023
Просмотров: 142
Бөгөн, 1 ноябрҙә, Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында "Мостай уҡыуҙары" төбәк-ара әҙәби-ижади конкурс еңеүселәрен һәм призёрҙарын бүләкләү тантанаһы үтте.
"Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн..." номинацияһында бөйөк шағирыбыҙҙың шиғырын яттан һөйләп, телһөйәр уҡыусыларыбыҙҙың береһе, 10- сы класс уҡыусыһы, Мәхмүтова Лиана еңеүсе тип табылды.Конкурс еңеүселәренә һәм призерҙарға Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары, Мостай Кәрим Фондының махсус бүләге – «Рядом с Мустаем» китабы һәм М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының махсус бүләктәре тапшырылды. Шулай уҡ "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы үткәргән конкурста ла еңеүсе ул. Киләсәктә Лианаға яңынан-яңы ижади үрҙәр һәм еңеүҙәр яулауын теләйбеҙ.