Ғәлин Илшат Әсхәт улы иҫтәлегенә волейбол буйынса район турниры.
Ноябрь 4, 2023
Просмотров: 164
4 ноябрь. Әбделмәмбәт мәктәбендә 2-се йыл рәттән, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир ауылдашыбыҙ, ошо мәктәп уҡыусыһы Ғәлин Илшат Әсхәт улы иҫтәлегенә волейбол буйынса район турниры гөрләне. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙан алып, уларҙы оҙатып ҡуйғанға тиклем был спорт байрамы ентекле, төплө әҙерлек менән, юғары ойошҡанлыҡ менән үтте. Мәктәп залында яугирҙың наградалары урын алған мөйөш, һәр командаға айырым бүлмә, ашнаҡсыларҙан телеңде йоторлоҡ тәмле һый, ярыштарҙың ваҡытында һәм теүәл үтеүе - былар барыһы ла сараның тәртипле, асыҡ үтеүен тәьмин итте. 5 команда араһындағы ярышта интрига аҙаҡҡа тиклем һаҡланып, иң һуңғы уйын төп еңеүсене асыҡланы. Мәрәйҙәр һаны буйынса 3-се урынға Шүлгән, 2-се урынға Фурҡан сыҡһа, чемпион исемен лайыҡлы рәүештә хужалар - Ҡыпсаҡ егеттәре яуланы һәм күсмә кубок эйәһе булды. Был спорт байрамын үткәреүгә мәктәп хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән Илшаттың туғандары ла тос өлөш индерҙе. Улар мәктәпкә рәхмәт йөҙөнән принтер бүләк итеп, ә еңеүселәр махсус логотиплы миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды. Шулай уҡ, иң яҡшы күтәреүсе, һөжүмсе, иң тоғро көйәрмән, иң оло уйынсылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.
Киләһе йылдан был ярышты район - ара кимәлдә үткәрергә ниәтләп, тик яҡшы тәьҫораттар менән таралышты спортсылар.
Илшат Ғәлин иҫтәлегенә арналған район волейбол турниры үҙ маҡсатына иреште.
Киләһе йылдан был ярышты район - ара кимәлдә үткәрергә ниәтләп, тик яҡшы тәьҫораттар менән таралышты спортсылар.
Илшат Ғәлин иҫтәлегенә арналған район волейбол турниры үҙ маҡсатына иреште.