«БумБатл»макулатура йыйыу буйынса бөтә рәсәй акцияһы

Ноябрь 14, 2023 Просмотров: 239
Беҙҙең Әбделмәмбәт урта дөйөм бҽлҽм бирҽү мәктәбҽ «БумБатл»макулатура йыйыу буйынса бөтә рәсәй акцияһында ҡатнашты.
Акцияның маҡсаты - тәбиғәтте һаҡлау һәм экологик эшмәкәрлек өлкәһендә әүҙем тормош позицияһын булдырыу.
Кластар араһында макулатура йыйыу буйынса ярыш тәүҙә һүлпән генә барған һымаҡ тойолһа ла, аҙаҡҡа табан уҡыусылар ихлас тотондо. Хаҡлы ялдағы инәй - апаларҙың архив келәттәре байтаҡ бушаны. Ҡосаҡлап та, тоҡлап та, йөкмәп тә ташынылар. Күмәкләгән - яу ҡайтарған тигәнде дөрөҫләп, сәскәләрҙән татлы бал йыйған бал ҡорттарылай мәктәп коридорын тотош тултырып ҡуйҙылар. Хатта үтергә урын ҡалманы. Күмәк көс менән тонна ярым самаһы ҡағыҙ йыйылды. Барыһына ла: ата-әсәләргә, балаларға, ауылдаштарға, хеҙмәткәрҙәргә йыйылған макулатураһы өсөн рәхмәт!
БумБатл-экология һинән башлана!
Хеҙмәттә - хөрмәт, йәки эшләп үҫкән бала бер ерҙә лә юғалып ҡалмай. Шәхес тәрбиәләүҙә дөйөм хеҙмәттең роле баһалап бөткөһөҙ.