Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух.

Ноябрь 27, 2023 Просмотров: 149
Советтар Союзы осорондағы ГТО хәрәкәтен ололар яҡшы хәтерләй. Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер бул девизы аҫтында тотош быуын илһөйәрлек рухында тәрбиә алып, тыуған ил мәнфәғәте өсөн йәнен дә тәнен дә аямай хеҙмәт итә, утлы йылдарҙа көрәшкә күтәрелә.
Бөгөн дә ошо матур традицияны киренән тергеҙеү һәм үҫтереү маҡсатында байтаҡ эштәр башҡарыла. Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары менән уҡытыусылары ла бөгөн үҙҙәренең физик торошон һынап ҡараны. Һәр кем үҙ йәшенә тура килгән нормативтарҙы үтәү өсөн бар көсөн һалып, ихлас тырышты. Балаларға патриотик тәрбиә биреү йүнәлешендә бындай спорт фестивале бик отошло сара.
Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух.
Шәфҡәт Ғәлекәев.