“Һәр ваҡыт булһын әсәй!” тип аталған концерт.

Ноябрь 29, 2023 Просмотров: 158
27- се ноябрь көндө иң ҡәҙерле, ғәзиз кешеләр — әсәйҙәргә арнап Әбделмәмбәт мәктәбендә “Һәр ваҡыт булһын әсәй!” тип аталған концерт программаһы ойошторолдо.Ҡәҙерле әсәйҙәр ! Һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшегеҙҙә уңыштар, сикһеҙ шатлыҡ- ҡыуаныстар теләп ҡалабыҙ. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын! Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул, шуға күрә һеҙҙең алда баш эйәбеҙ.