Школьное инициативное бюджетирование
Декабрь 1, 2023
Просмотров: 209
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы 2023 йылда республикала белем биреү учреждениелары араһында укыусыларҙың башланғысына нигеҙләнгән «Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау» проектарын тормошка ашырыуға субсидиялар биреүгә конкурс иғлан ителгәйне. Хәҙерге яңы технологиялар, инновацион алымдар, ФГОС системалары мәктәптәрҙә индерелгәндә был фәһемле проектҡа Әбделмәмбәт урта мәктәбе уҡыусылары ла ҡушылды. Был проекта мәктәп телевиднениеһы проекты еңеп сыҡты. Бөгөнгө көндә кабинетҡа ремонт эшләнелде, матерал - техник база тулыландырылыла, мебельдәр менән йыһазландырыла һәм мәктәп эсендә «Мин талант» видео конкурс иғлан ителде. Яңы медиа-үҙәкте декабрь урталарында асыу планлаштырыла.