“Беренселәр хәрәкәте” — Рәсәйҙәге йәштәр хәрәкәте.
Декабрь 1, 2023
Просмотров: 385
Ул 2022 йылдың 18 декабрендә ил властары башланғысы менән булдырылған.
Уның бурысы булып: балаларҙы, йәштәрҙе, уларҙың ата-әсәләрен, олатай-өләсәйҙәрен, педагогтарҙы ирекле нигеҙҙә берләштереү. Хәрәкәт ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса дуҫтар табырға, сараларҙа ҡатнашырға һәм үҙ проекттарын ойошторорға, йүнәлештәр буйынса проекттар башларға мөмкинлек бирә.
Бөгөн беҙҙең Әбделмәмбәт урта дөйөм бҽлҽм бирҽү мәктәбендә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең муниципаль координаторҙары Төлкөбаева Гүзәлиә Фәиз ҡыҙы һәм Үмәрова Азалия Нурғәле ҡыҙы менән осрашыу үтте.
Беренселәр хәрәкәте белгестәре тантаналы рәүештә "Беҙ - Рәсәй граждандары" проекты буйынса, быйылғы йылдың 1 ноябренән 12 декабргә тиклем паспорт алыусы уҡыусыларға паспорт тыштары һәм значоктар тапшырып үттеләр. Шулай уҡ мәктәптең үҙ идаралығы ағзаларына "Беренселәр хәрәкәте" нең значоктарын да биреп үттеләр.
Гүзәлиә Фәиз ҡыҙы уҡыусыларға хәрәкәттең барлыҡҡа килеүе, йүнәлештәре һәм ҡиммәттәре тураһында бик ентекле һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Тағы ла Гүзәлиә Фәиз ҡыҙы һәм Үмәрова Азалия Нурғәле ҡыҙы әйтеүҙәре буйынса әлеге ваҡытта хәрәкәт ағзалары түбәндәге йүнәлештәр буйынса башланғыстарҙа ҡатнаша ала:
• белем;
• фән һәм технологиялар;
• хеҙмәт, һөнәр һәм үҙ эше;
• мәҙәниәт һәм сәнғәт;
• ирекмәнлек;
• патриотизм һәм тарихи хәтер;
• спорт.
Һәр уҡыусы үҙе йәки ата-әсәһе ярҙамында сайтта ғариза биреп, хәрәкәттә ҡатнаша ала.
Әңгәмә барышында уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға ла яуап алдылар. Осрашыу фәһемле һәм һөҙөмтәле булды!