Ситтән күҙәтеп торғансы, әйҙә, һин дә беҙгә ҡушыл...
Декабрь 5, 2023
Просмотров: 345
Саф һауала туп һуғыу - бигерәк мауыҡтырғыс шөғөл икән. 1-се кластан алып уҡытыусылар коллективына тиклем барыһы ла саф һауала волейбол уйланылар бөгөн.
Ыңғай яҡтары ла бик күп аның:
1. Саф һауалағы әүҙем хәрәкәт - сәләмәтлектең нигеҙе;
2. Уйын-көлкө менән аралаш барған ярышта кәйеф бермә-бер күтәрелә, ыңғай хис-тойғолар арта, ихлас көлөү стрестан арынырға ярҙам итә;
3. Күмәк кеше араһында бер команда булып эшләү - коллектив эсендәге микроклиматты яҡшырта;
4. Спортзалда уйнағандан айырмалы рәүештә тайғаҡ ҡарҙа уйнағанда күберәк мускулдар эшләй, терәк - хәрәкәт аппаратына күп яҡлы һынау һәм күнекмә;
5. Сәләмәт тормош рәүешен теорияла ғына түгел, ә практикала күрһәтеү: остазына ҡарап бала үҫә;
6. Гаджеттарҙан ял итеү.
Был исемлекте тағы әллә күпме теҙергә булыр ине, ваҡыт юҡ, ана, судья һыҙғыртып та ебәрҙе: финал уйындары башлана.