Ағиҙел мәктәбендә быйыл беренсе тапҡыр «Йыл Лидеры - 2023» муниципаль конкурсы.

Декабрь 11, 2023 Просмотров: 349
Кисә, йәғни 7 декабрь Ағиҙел мәктәбендә быйыл беренсе тапҡыр «Йыл Лидеры - 2023» муниципаль конкурсы үтте.
Унда балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре, уҡыусыларҙың үҙидара ойошмаһы лидерҙары ҡатнашты. Беҙҙең мәктәптән 3-сө класс уҡыусыһы Ғәликәева Фәриҙә, 7-се кластан Ҡарамышева Гөлиә һәм 9-сы класс уҡыусыһы Мәхмүтова Лиана үҙ көстәрен һынап ҡаранылар.
Өс этаптан торҙо ярыш. Беренсеһе, үҙ-үҙеңде күрһәтеү, йәғни таныштырыу, икенсеһе «Минең талантым", һәм өсөнсө төр булып "Оҫталыҡ дәресе" күрһәтеү ине. Бөтә ярыш төрҙәрендә лә беҙҙең уҡыусылар юғары баһаларға эйә булдылар.
Жюри конкурс заданиеларын әҙерләү кимәлен генә түгел, ә ҡатнашыусыларҙың лидерлыҡ оҫталығын, ораторлыҡ сәнғәтенең кимәлен, тыңлаусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү һәләтен, үҙ фекерен яҡлай белеүен дә баһаланы.
Әлбиттә, был беренсе сиратта үҙ-үҙеңде еңеү. Үҙ-үҙеңдә ышанысһыҙлыҡ, ҡурҡыу, оҫтаһыҙлыҡ тураһында онотоу һәм бөтә округҡа үҙеңде күрһәтеү күп нәмәгә лайыҡ!
Беҙ, 7-се класс уҡыусыһы Ҡарамышева Гөлиәне һәм 9-сы класс уҡыусыһы Мәхмүтова Лиананы 1-се урын алыуҙары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! 3-сө класс уҡыусыһы Ғәликәева Фәриҙәне лә әүҙем ҡатнашыусы булараҡ тәбрикләйбеҙ.
Был сара ҡатнашыусылар өсөн дә, тамашасылар өсөн дә ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, сөнки уҡыусыларҙың үҙ-үҙен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдыра, инициатива күрһәтергә мөмкинлек бирә, патриотик тойғолар һәм коллектив эшмәкәрлек күнекмәләрен үҫтерә.