14 декабрь Башҡорт теле көнө һәм Аҡмулланың тыуған көнө.
Декабрь 14, 2023
Просмотров: 271
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!..
Бөгөн, 14 декабрь Башҡорт теле көнө һәм Аҡмулланың тыуған көнө. Бындай матур байрамды билдәләмәү гөнаһ булыр ине. Бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбенең 5-11 класс уҡыусылары араһында тапҡырҙар һәм отҡорҙар конкурсы үтте. Уҡыусылар үҙҙәре менән таныштырҙы, кроссворд систе, тиҙәйткестәр теҙҙе, йомаҡ ҡойҙо, викторина уйнанылар һәм мәҡәлдәргә тәржемә яһаны. Бәләкәстәр әүҙемлек менән алдырһа, өлкәндәргә тәжрибә ярҙамға килде. Йәмле сараны күмәкләшеп "Башҡорт телендә һөйләшәм" йырын башҡарып тамамланыҡ.