Һөйөнсө, Һөйөнсө дуҫтар!

Декабрь 20, 2023 Просмотров: 274
Ниһәйәт көтөп алған, тулҡынландырғыс көн дә килеп етте. Матур, яҡты, заманса йыһазландырылған бүлмә медиастудия "Ҡыпсаҡ-ТВ" асылды. Был исем рухлы ла, наҙлы ла, патриотик яңғырашлы ла. Был юҫыҡта беҙ тәүге тапҡыр 2013 йылда эш башланыҡ. Тәүге алып барыусылары Усманова Нурзилә, Исхаҡова Сөмбөл, Дауытова Гөлгизә булһа, ә операторҙары булып Боҫҡонова Алина һәм Абдуллин Искәндәр эш башлай.
Беҙҙең шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға Район мәғариф бүлеге начальнигы Сәйфитдинов Илшат Ғаяз улы, Район Советы депутаты, ауылдашыбыҙ Шәрипов Айгиз Юлай улы һәм "Таң" гәзите редакцияһы фото - хәбәрсеһе Тимерғәлиев Булат Самат улы килде. Иң беренсе З. Боҫҡонов, Б. Тимерғәлиев, Л. Халиуллина, И. Үтәбаев тарафтарынан фото һәм видео монтажлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Артабан байрамдың тантаналы өлөшө башланды. Мәктәп кимәлендә иғлан ителгән "Мин талант" видеолар конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Был конкурсҡа бөтәһе 45 эш ҡабул ителде, шуларҙың 17 - һе Иң яҡшыһы тип билдәләнде. Үтәбаева Наҙгөл (4-се класс), Ҡаһарманов Кинйә (5-се класс), Ҡарамышева Зилиә (9-сы класс) 1-се урын менән бүләкләнһәләр, Билалов Ильяс (3-сө класс), Мәсәғотова Ленара (5-се класс), Мәхмүтова Лиана (10-сы класс), Сәйфетдинов Нурислам (4-се класс), Йәһүҙина Илгизә (8-се класс) 2-се һәм 3-сө урындарҙы бүлештеләр. Ете уҡыусы махсус бүләк менән бүләкләнһә, Әфләтүнов Д., Мөхәмәтҡолова И., Байназарова К. номинация еңеүселәре тип билдәләнде. Уларға иҫтәлекле бүләктәр, грамоталар тапшырылды. Сара аҙағында уҡыусылар блогерҙар һәм медиажурналистар сафына ҡабул ителде. Киләсәктә уҡыусыларға медиаүҙәктен абруйын һаҡларға, традицияларын хөрмәт итергә, яңылыҡтарҙы даими күҙәтергә, ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булып ҡалырға тигән теләктә ҡалабыҙ!