Дөйөм ата-әсәләр йыйылышы
Декабрь 21, 2023
Просмотров: 347
Бөгөн 21 декабрь планға ярашлы Әбделмәмбәт мәктәбендә дөйөм ата-әсәләр йыйылышы булып үтте. Көн тәртибендә бәлиғ булмаған социаль етем ҡалған балалар, интернет киңлектәрендә социаль селтәрҙәрҙәге онлайн уйындарҙың зыяны, үҫеп килгән быуындың һаулығын һаҡлау, нығытыу, алама ғәҙәттәр, янғын хәүефһеҙлеге һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Йыйылышты уҡыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Зарима Фәрит ҡыҙы Дәүләтҡужина башлап ебәрҙе. Ул үҙ сығышында мәктәптең уҡыу процессына һәм уҡыусыларҙың төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып призлы урындар яулауҙары тураһында ентекле йомғаҡ яһаны. Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ҡасимова Гөлфинә Хәйҙәр ҡыҙы мәктәп тормошонда тәрбиәүи эштең төрлө йүнәлештәрҙә уңышлы алып барылыуы тураһында сығыш яһаны. Артабан һүҙҙе бәлиғ булмаған балалар һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау комиссияһының яуаплы сәркәтибе Флүзә Рәис ҡыҙына бирелде. Ул социаль етемдәр тураһында һүҙ алып барҙы. Социаль етемлелектең, балалар йортонда балалар һаны артыуының сәбәптәрен асыҡланы, мәғлүмәт өсөн миҫалдар килтерҙе, ата-әсәләрҙең, балаларҙың хоҡуғы тураһында һөйләне.
Артабан Байназар ауылы мәсетенең имам-хатибы Данияр хәҙрәткә һүҙ бирелде. Ул балаларҙы мәсеткә ылыҡтырыу, уларҙы дөрөҫ юлға баҫтырыу ҙа яҡшы тәрбиәүи алымдарҙың береһе икәнлеге тураһында һүҙ алып барҙы.
Артабан юл хәрәкәте инспекторы Ғүмәров Ильяс Зиннур улы енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн бәлиғ булмағандарҙың административ һәм енәйәт яуаплылығы тураһында мәсьәләләрҙе яҡтыртты. Ата-әсәләргә енәйәт яуаплылығының ниндәй йылдарҙан башланыуы һәм енәйәт ҡылған өсөн ниндәй язалар ҡулланылыуы тураһында аңлатты. Шулай уҡ Ильяс Зиннур улы мәктәптә һәм йәмәғәт урындарында уҡыусыларҙың үҙ-үҙен тотошо, уҡыусыларҙың уҡытыусыларға, өлкәндәргә һәм тиҫтерҙәргә ихтирамлы һәм дөрөҫ мөнәсәбәте мәсьәләләренә лә ҡағылды. Артабан һүҙ мәктәп директоры Үтәбаев Инсур Рәмил улына бирелде. Мәктәптә төрлө түңәрәктәр эшләй. Спорт залының да ябылғаны юҡ. Балаларҙы ошо түңәрәктәргә күпләп йәлеп итер өсөн бергәләп хәл итәйек, тип һүҙен тамамланы Инсур Рәмил улы.
Шулай итеп, юғары кимәлдә үткән йыйылыш һәр яҡлап та фәһемле булды. Мәктәп етәкселеге һәм ата-әсәләр ошо мөһим мәсьәләләр буйынса берҙәм ҡарарҙарға килеп таралышты. Барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!