Дуҫлыҡ булһа арала - бар эштәр алға бара.

Декабрь 28, 2023 Просмотров: 61
Яңы йыл байрамы интернатты ла урап үтмәне. Уҡыусылар бүлмәләрен ҡупшы итеп биҙәп, бер-береһенә концерт ҡуйып, уйын уйнап күңел астылар. Берҙәмлекте үҫтереүгә, зауыҡ тәрбиәләүгә, уҡыусыларҙың коллективта урынын табып, үҙ кеше булып китеүгә булышлыҡ иткән ыҡсым байрам килеп сыҡты. Артыҡ шау-шыуһыҙ, ғаиләлә булған кеүек йылы яғымлы мөхит балаларҙың асылыуына ныҡ ярҙам итә, йәшерен һәләттәрен аса. Үҙ - ара дуҫ, татыу булған уҡыусылар бер-береһе өсөн өҙөлөп тора, һәр ваҡыт, һәр ерҙә ҡулын бирергә әҙер.