"Ниһайәт конькиҙа йөрөйбөҙ", тип шатланды улар.

Декабрь 28, 2023 Просмотров: 75
Сәләмәтлек тормош өсөн иң аҫыл ҡиммәттәрҙең береһе. Ул һәр кемгә һауа, һыу, яҡтылыҡ кеүек кәрәк. Халыҡ «Һаулығың—байлығың» тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Һау-сәләмәт кешенең генә тормошто бѳтә матурлығында, йәшәүҙе бар гүзәллегендә күреүе бәхәсһеҙ. Сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы булып, спорт менән шѳғѳлләнгәндә, саф һауала булғанда һаулығыңа зарланырға урын ҡалмай.
Был көндө балалар түҙемһеҙләнеп көттө. "Ниһайәт конькиҙа йөрөйбөҙ", тип шатланды улар.
Бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбендә ҡыуаныслы ваҡиға булып үтте. Боҙ майҙансығын, яңы сезонды асыу байрамы. Көслө итеп яуған ҡар ҙа ҡамасаулай алманы беҙгә хатта.
Уйынды иң беренсе булып 1-11 кластарҙың малайҙар менән ҡыҙҙар асып ебәрҙеләр.
Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙан торған командалар үҙ-ара бүленешеп ихласлап хоккей һуҡтылар.
Көйәрмәндәр ҙә үҙ эштәрен башҡарҙылар. Артабан уҡытыусылар менән ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡыҙыу сәкән һуҡтылар. Ғөмүмән, бер һүҙ менән әйткәндә, балалар ҡышты һағынғандар, ә боҙ өҫтөндә сәкән һуғыуҙы бигерәк тә. Сәләмәт тәндә- сәләмәт рух !