Хуш киләһең, Аждаһа йылы!
Декабрь 30, 2023
Просмотров: 82
Хуш киләһең, Аждаһа йылы!
Бөтә кеше ашҡынып,
Көтөп алған байрам был!
Кешеләргә Яңы йыл
Алып килгән байрам был!
Шаулап - гөрләп Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары өсөн Яңы йыл байрамдары үтеп тә китте. Байрам 3 төркөмдә уҙғарылды. Күңелле йырҙар, бейеүҙәр, уйындар һәм төрлө конкурстар байрам кәйефе бүләк итте. Ҡыш-бабай мн Ҡарһылыу ҙа уҡыусыларға иң-изге теләктәрен еткерҙеләр. Ә балалар ҡыш бабайға шиғырҙар һөйләп, йырлап-бейеп күстәнәстәр менән һыйланды, шыршы тирәләй өйрөлөп бейенеләр.
Шундай шәп Яңы йыл байрамы кәйефе бүләк иткән ойоштороусыларға, ата-әсәләргә һәм уҡыусыларға, уҡытыусыларға бик ҙур рәхмәт!
Аждаһа йылы барыбыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ҡояшлы көндәр, бай, мул уңыш һәм тылсымлы мөғжизәләр генә алып килһен!