Ауылдашыбыҙ үҙ премияһын булдырҙы

Январь 6, 2024 Просмотров: 158
Уҡыу йылы барышында бер тапҡыр төрлө фәндәрҙән олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына ауылдашыбыҙ, әлеге мәлдә Өфөнөң Калинин районы хакимиәте методисы булып эшләп йөрөүсе Иликаева (Шәмиғолова) Әлфиә Йәғәфәр ҡыҙы үҙ премияһын булдырҙы. Был премияға Яңы йыл байрамы алдынан 11 уҡыусы лайыҡ булды. Был уҡыусылар башҡорт теле, физкультура, инглиз, тарих фәндәренән олимпиадала ҡатнашып призер һәм еңеүсе булғандар.
Бына улар:
Акулова Гөлшат (4-се класс), Боҫҡонов Азис (7-се класс), Усманова Әминә (7-се класс), Үтәбаев Ихсан (8-се класс), Шәмиғолова Айсулпан (8-се класс), Билалова Шәүрә (8-се класс), Халиуллина Алина (9-сы класс), Көмөшбаева Розалия (9-сы класс), Ҡасимова Алтынай (10-сы класс), Ҡаһарманова Юлиә (11-се класс), Көмөшбаев Нургиз (11-се класс).
Атайсалға файҙалы эштәр йылында Әлфиә Шәмиғолова үҙенең мәктәбе өсөн бик файҙалы һәм изге ғәмәл башҡарып та ҡуйҙы.
Афарин тиергә генә ҡала! Ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙ үҙегеҙгә лә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын!