"ҠЫШҠЫ ҒАИЛӘ УЙЫНДАРЫ - 2024"
Январь 9, 2024
Просмотров: 257
Бөгөн беҙҙең мәктәптә "Ҡышҡы ғаилә уйындары-2024" мәктәп этабы үткәрелде. Был сәмле ярышта Ғәликәевтар, Сәйфетдиновтар һәм Насырйәновтар ғаиләләре ҡатнашты. Спортсылар сәкән һуҡты, эстафетала йүгерҙе, ҡулса менән туп йөрөттөләр.
Һәр ҡайһыһы еңеү өсөн бар көсөн һалды. Шулай итеп, 1- се урынды Ғәликәевтар ғаиләһе яулаһа. 2-се урынды Сәйфетдиновтар, 3-сө урынды Насырйәновтар ғаиләһе алды. Ҡатнашыусыларға диплом һәм бүләктәр тапшырылды. Ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, артабан да спорт менән дуҫ булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ. Ә, Ғәликәевтар ғаиләһенә район кимәлендә лә уңыштар юлдаш булһын! Афарин!