Егеттәр уҡыу - йәшәү шарттары тураһында һөйләне.

Январь 12, 2024 Просмотров: 274
Билалов Баязит менән Ҡунафин Айрат үткән уҡыу йылында 11-ҙе бөтөп, икеһе лә юғары уҡыу йортона уҡырға инде. Икеһе лә интернатта йәшәп уҡынылар. Айрат Ҡазан юғары хәрби команда танк училищеһы курсанты, Баязит - Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты. Егеттәр уҡыу - йәшәү шарттары тураһында һөйләне. Уҡыусыларҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. Ысын хәрби булып ыҫпай егеткә әйләнгән Айратҡа ҡарап бер ҡыуанһаҡ, тырыш Баязиттың абруйлы уҡыу йортонда лайыҡлы уҡып йөрөүенә һөйөнәбеҙ. Иң мөһиме, шундай ҙур урындарҙа уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, егеттәр элеккесә ихлас, ябай. Уларға уңышлы карьера, яҡты киләсәк, имен тормош теләйбеҙ. Ил-йорт тыныс булһын.