Ҡолғана филиалында студенттар менән осрашыу үтте.

Январь 11, 2024 Просмотров: 297
Каникул осоронда үҙебеҙҙең мәктәпте тамамлап,төрлө ҡалаларҙа,төрлө һөнәр эйәләренә уҡыған студенттар менән осрашыу үтте.Студенттар үҙҙәре уҡыған уҡыу йорттары ,киләсәктә кем булып сығыуҙары,буш ваҡыттарын нисек үткәреүҙәре тураһында ентекләп һөйләп үттеләр.Уҡыусылар уларға төрлө һорауҙар бирҙеләр һәм аныҡ яуаптар алдылар.Осрашыу бик йәнле барҙы.Үҙҙәренең уҡыуҙарында,мәктәп уҡытыусыларының төплө белем биреүҙәре өсөн рәхмәтле булыуҙары ҡыуандыра.Артабан уҡыуҙарында уңыштар,беҙҙең мәктәптең һәм ауылдвң ғорурлыҡтары булыуҙарын теләп ҡалабыҙ.Тыуған мәктәптәрен,уҡытыусыларын онотмай,йышыраҡ осрашып торорға яҙһын!