"Йыл уҡытыусыһы - 2024"
Январь 16, 2024
Просмотров: 118
16 ғинуар Килдеғол мәктәбендә "Йыл уҡытыусыһы - 2024" конкурсы үтте. Әбделмәмбәт мәктәбенән Ижбаева Гәүһәр Сәлихйән ҡыҙы һәм Сәйфитдинова Ләйсән Ғилметдин ҡыҙы, Килдеғол мәктәбенән Әйүпова Гүзәлиә Әмир ҡыҙы, Ҡолғана мәктәбенән Яҡупова Фәнүзә Мырҙабай ҡыҙы Асыҡ дәрес бирҙеләр, Оҫталыҡ класында яңы һөнәрҙәргә өйрәтеп, Түңәрәк өҫтәлдә мәғариф закондары буйынса белемдәрен һынап ҡаранылар. Һәр уҡытыусы үҙенең яратҡан алымын ҡулланып, үҙҙәрен төрлө яҡтан күрһәтеп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә булған потенциалын күрһәтә алды. Был остаздарҙың барыһы ла ярайһы уҡ тәжрибәле урта быуын мөғәллимдәре, шулай булғас, артыҡ ҡурҡмай-ҡаушамай, ышаныслы рәүештә үҙҙәренә ҡуйған бурысты теүәл һәм намыҫ менән атҡарып сыҡты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: әҙ генә балалар уҡыған кластарҙа дәрес биреүҙең икеләтә ауыр һәм яуаплы булыуын иҫәпкә алғанда, уҡытыусылар бөтәһе лә тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ менән алдырҙы. Ләйсән Ғилметдин ҡыҙы менән Фәнүзә Мырҙабай ҡыҙы 2-се урындарҙы бүлеште, 1-се урынға Гәүһәр Сәлихйән ҡыҙы сыҡһа, гран-при эйәһе тип хаҡлы рәүештә Гүзәлиә Әмир ҡыҙы табылды. Уға "Йыл уҡытыусыһы - 2024" конкурсының район этабында уңыштар теләйбеҙ.