Уҡыусылар Ризаитдин Фәхретдиновтың биографияһы менән таныштылар.
Январь 17, 2024
Просмотров: 124
Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле Ризаитдин Фәхретдин (Ризаитдин Фәхретдин улы Фәхретдинов) 1859 йылдың 4 ғинуарында элекке Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙенең Кисеүат ауылында мулла ғаиләһендә тыуа. Түбәнге шыршылы мәҙрәсәһендә белем алып, Бөгөлмә өйәҙенең Илбәк ауылында мәҙрәсәлә мөҙәрис, хәлфә һәм мулла булып тора. Артабан Ырымбурҙа «Шура» журналының мөхәррире вазифаһын башҡара.
1918 йылда Өфөгә ҡайта. Башта уны ҡазый, бер аҙҙан һуң, 1922 йылда, мөфтөй итеп һайлап ҡуялар. Өфөлә ул ғилми-тарихи эҙләнеүҙәрен, тикшеренеүҙерен, яҙыусылыҡ эшен дауам итә. Егерменсе йылдарҙың башынан алып ул «Ибн Фаҙландың Болғарға килеүе» исемле бәләкәй китабын, «Аҫар» әҫәренең яңы киҫәктәрен яҙып, баҫырға әҙерләй. Оҙаҡ йылдар буйына тупланған бай архивындағы материалдарҙы тәртипкә һала, бер өлөшөн күсереп, СССР Фәндәр академияһының Көнсығышты өйрәнеү институтына ебәрә.
Рәсәй Фәндәр академияһы Башҡортостан ғилми үҙәгенең Ғилми архивында Р. Фәхретдиндең 40 томлыҡ ҡулъяҙмалар коллекцияһы тупланған. Был ҡомартҡылар – рухи мәҙәниәтебеҙ тарихының ҡиммәтле сығанаҡтары.
Юбилей датаһына арнап тәрбиәүи эштәр буйынса директор кәңәшсеһе Язағолова М.Т. , рус әҙәбиәте уҡытыусыһы Ижбаева Г.С., башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Үтәбаева А.Р. 8, 10-11 кластар өсөн дәрестәр үткәрҙе. Уҡыусылар Ризаитдин Фәхретдиновтың биографияһы менән танышып, тормош юлы хаҡында видеояҙма ҡаранылар.