Тимурсылар эше бик әүҙем бара.

Январь 17, 2024 Просмотров: 13
Беҙҙең Әбделмәмбәт мәктәбендә тимурсылар эше бик әүҙем алып барыла. Уҡыусылар ололарға ҙур теләк менән ярҙам итергә әҙер генә торалар. Бөгөн, 5-се класс уҡыусылары Шәмиғолова Шәкирә инәйгә ҙур ярҙам күрһәттеләр. Ололарыбыҙ рәхмәттәрен әйтеп, уҡыусыларға уҡыуҙарында уңыштар теләп, ҡыуанып тороп ҡалалар. Афарин, уҡыусылар!