Ҡолғана мәктәбендә "Дөрөҫ туҡланыу- сәләмәтлектең нигеҙе" тигән темаға класс сәғәттәре үтте.

Январь 24, 2024 Просмотров: 196
Мәктәптә "Дөрөҫ туҡланыу- сәләмәтлектең нигеҙе" тигән темаға класс сәғәттәре үтте. Уҡыусылар дөрөҫ туҡланыуҙың йәш организмға бик мөһим икәнлеген белделәр. Дөрөҫ туҡланыуҙың алтын ҡағиҙәләрен өйрәнделәр. Фәһемле сара витаминдар тураһында йомаҡтар ҡойошоу,ребустар сисеү, мәҡәлдәрҙең аҙағын дауам итеү, тест һорауҙарына яуап биреүҙәр менән тамамланды.