Ҡолғана мәктәбе уҡыусыларын Ленинград блокадаһы ваҡиғалары менән таныштырыу.

Январь 27, 2024 Просмотров: 177
27 ғинуар – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. 80 йыл элек был көндө Ленинград блокадаһы тамамлана. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы һуғышсыларға ла ауыр һынауҙар аша уҙырға тура килгән. Ошо дата айҡанлы аҙналыҡтың бер көнө ошо датаға арналды. Уҡыусыларҙы ауыр һуғыш йылдары, Ленинград блокадаһы ваҡиғалары менән таныштырыу, икмәккә хөрмәт һәм тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында “Ул йылдар һис онотолмаҫ…” исемле патриотик тәрбиә сәғәте үткәрелде. Рәсәй тарихында оҙаҡҡа һуҙылған һәм иң фажиғәле ваҡиға – Ленинград блокадаһына эләккәндәрҙең әсе яҙмышы менән таныштырғандан һуң, уларҙың иғтибарына “900 көн” исемле фильм тәҡдим ителде.Ауыл китапханасыһы Вәлиева Гөлсәсәк Ғәзиз ҡыҙы китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы,Ғәлиә Ҡаһир ҡыҙы викторина үткәрҙе. Сара һуңында ҡатнашыусылар “Блокада икмәге”н татып ҡараны.