Бөгөн мәктәбебеҙҙә «Афған ере – йөрәк яраһы!» тип исемләнгән, Афған һуғышы яугирҙәре Ҡасимов Радик Нуритдин улы, Алтыншин Әхнәф Әбдразаҡ улы, Шәмиғолов Йыһанур Булат улы һәм Усманов Илдар Сабир улы менән фәһемле класс сәғәте үткәрелде.
Февраль 8, 2024
Просмотров: 23
Афған ере... һуғыш...
Ҡыҫылалыр һулыш...
Ошо һүҙҙәр иҫкә төшкәндә.
Йәшлегемдең иң ҡырыҫ йылдары
Уҙҙы минең ошо ерҙәрҙә.
Һуғыш, һуғыш...
Кемгә һуңғы һулыш...
Кемдер ғәрип, ҡулһыҙ-аяҡһыҙ.
Күпме ҡайғы, күпме ҡанлы йәштәр
Ҡойолдо был ергә, һанауһыҙ...
Бөгөн мәктәбебеҙҙә «Афған ере – йөрәк яраһы!» тип исемләнгән, Афған һуғышы яугирҙәре Ҡасимов Радик Нуритдин улы, Алтыншин Әхнәф Әбдразаҡ улы, Шәмиғолов Йыһанур Булат улы һәм Усманов Илдар Сабир улы менән фәһемле класс сәғәте үткәрелде.
Килгән яугирҙарыбыҙҙың фәһемле сығыштары тәьҫирендә уҡыусылар бынан 35 йыл элек Совет ғәскәрҙәренең Афғандан сығыу көндәре тураһында, үткән ваҡиғалар солғанышында ҡалды. Тын да алмай ветерандарҙың һәр һүҙен йотлоғоп тыңланылар. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр, яуаптар алып ҡәнәғәтләнделәр.
Класс сәғәттәренән һуң килгән ҡунаҡтарыбыҙға рәхмәт әйтеп, иҫтәлеккә бүләктәр бирелде.
Хөрмәтле афғансы-интернационалистар! Һеҙҙе– яҡынлашып килгән совет һуғышсыларының Афған еренән сығарылған көнөгөҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Берәүҙең дә һеҙҙең алға ҡуйылған бурыстың намыҫ менән үтәлеүен оноторға һәм уны ҡаралтырға хаҡы юҡ. Ул ваҡытта алған тән һәм йән яраларығыҙ шул мәхшәрле көндәрҙең үткәненә бер иҫтәлек кенә булһын. Улар ҡабаттан яңырмаһын, һуғыш афаты күрмәйенсә, имен донъяларҙа тыныс күңел менән йәшәргә яҙһын ине.