"2023 - Остаз йылы"н йомғаҡлап, "2024 - Ғаилә йылы"на старт бирҙек.

Февраль 9, 2024 Просмотров: 13
9 февраль көнө мәктәпкә хаҡлы ялда булған уҡытыусыларҙы йыйып алдыҡ. "2023 - Остаз йылы"н йомғаҡлап, "2024 - Ғаилә йылы"на старт бирҙек. Мәктәптә эшләп ялға сыҡҡан, әлеге көндә эшләп йөрөгән ғаилә парҙарын билдәләп үттек. Уҡыусылар көсө менән әҙерләнгән концерт номерҙары, ҡулдан яһалған бүләктәр ололар күңеленә хуш килде. Кисә сәй табыны артында дауам итеп, мәктәптең ветерандар советы рәйесе итеп Рәмилә Ғәбделхай ҡыҙы һайланды. Киләсәктә лә именлектә күрешергә булһын.