Бөгөн беҙҙең Әбделмәмбәт мәктәбенә махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан батырҙарыбыҙ осрашыуға килде.

Февраль 12, 2024 Просмотров: 5
Бөгөн беҙҙең Әбделмәмбәт мәктәбенә махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан батырҙарыбыҙ осрашыуға килде. Үҙебеҙҙең мәктәптең элекке уҡыусылары, мобилизацияланған егеттәребеҙ - Мөхәмәтғәлин Рифат һәм Ниязғолов Рәмил.
Егеттәр 5-11 класс уҡыусылары менән әңгәмә үткәрҙе. Улар махсус хәрби операцияның башланыу тарихы, Рәсәй хәрбиҙәренең батырлыҡтары, шулай уҡ армияла хеҙмәт итеүҙең мөһимлеге, Тыуған илгә һөйөү, халҡың алдында хәрби бурысты үтәү тураһында һөйләне. Физик һәм хәрби әҙерлектең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Осрашыу балалар өсөн тулҡынландырғыс һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр. Уҡыусылар аныҡ миҫалда ысын геройҙарҙың беҙҙең менән йәнәшә йәшәүен, унда батырлыҡтың, Ватанға һөйөүҙең һәм үҙ иленең ысын гражданы булыуҙың сифаттарын күрҙе.
«Физрук» исемле яугир мәктәпкә буш ҡул менән килмәне. Ялға ҡайтып килгәндә үк мәктәп балаларына спорт инвентарҙары ҡалдырып китте.
Был беҙҙең егеттәрҙең балларға беренсе ярҙамы түгел. Ялға ҡайтҡан һайын бүләктәр алып, йә ярыштар ойоштороп китәләр. Был иһә патриотик тәрбиәнең мөһим баҫҡысы булып тора.