Илһөйәрлек тәрбиәләү – мөҡәддәс бурыс.
Февраль 21, 2024
Просмотров: 29
Әбделмәмбәт урта мәктәбендә был йәһәттән бай тәжрибә тупланған. Ватансылыҡ — Тыуған илгә, ергә, уның халҡына, теленә, диненә, тарих һәм мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү. Тыуған илгә мөхәббәт хисе һәм Тыуған ил үҙе — юғары ҡиммәттәр, кеше өсөн иң изге, ҡәҙерле тѳшѳнсәләр. Йәш быуында тотороҡло патриотик, юғары рухи-әхлаҡи сифаттар, ысын гражданин итеп тәрбиәләү — беҙҙең төп бурыс.
Бөгөн, 21 февраль көнө Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары иһә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған илһөйәрлек сәғәттәре үткәрелде. Әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡан ағайҙарҙы, атайҙарҙы, олатайҙарҙы саҡырылды.
Улар әрме сафында, ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итеүҙәре тураһында, ҡыҙыҡлы хәлдәрен иҫкә төшөрҙөләр, уҡыусыларға үҙ теләктәрен еткерҙеләр. Балалар уларҙың һөйләүен ҙур иғтибар менән тыңланы, төрлө һорауҙар менән яуҙырҙы. Шулай уҡ фотолар һәм миҙалдары менән таныштылар. Был сара киләсәктә балалар күңелендә изге тойғолар яралыу өсөн орлоҡ булыр, тип ышанғы килә.